+24 °С
Ямғыр


Мәскәү аэропорттары ҡар яуыу шарттарында штатлы эшләй, ләкин рейстарҙы кисектереү осраҡтары бар, тип хәбәр итә баш ҡала һауа ҡапҡаларының матбуғат хеҙмәте. Расписаниены үҙгәртеү 80-гә яҡын рейсҡа ҡағыла.
«Раньше всех» телеграм-каналы мәғлүмәте буйынса, көндөҙгө сәғәт 2-гә Мәскәүҙә Внуково биҫтәһенә - 27 рейс тотҡарланған һәм 9-ы кисектерелгән, Домодедово биҫтәһенә - 25 тотҡарланған һәм 1 туҡтатылған, Шереметьевоға - 14 һәм 2 рейс кисектерелгән.
"Башинформ".