Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Декабрь 2022, 14:38

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Был подразделениены булдырыу башланғысы менән ветерандар ойошмалары вәкилдәре сыҡҡайны.

Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!
Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ, егеттәр!

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өсөнсө башҡорт батальонын махсус хәрби операцияһы биләмәһенә оҙатыуҙа ҡатнашты. Батальон Башҡортостандың милли батыры Салауат Юлаев исемен йөрөтә.

Был подразделениены булдырыу башланғысы менән ветерандар ойошмалары вәкилдәре сыҡҡайны. Быйыл октябрь аҙағында улар менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров осрашты. Ул яңы батальон булдырыу идеяһын хупланы.

Салауат Юлаев исемендәге батальон Росгвардия структураһына инә. Ул хәрби әҙерлекте тамамланы. Республика хәрбиҙәрҙе кейем, техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итте.

Ир-егеттәрҙе  оҙатыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы хәрбиҙәргә батальондың байрағын тапшырҙы һәм өйҙәренә иҫән-имен ҡайтыуҙарын теләне.

- Бөгөн хәрби бурысты үтәү өсөн Донбассҡа милли гвардия ғәскәрҙәре составында Салауат Юлаев исемендәге өсөнсө башҡорт ирекле батальоны юллана. Махсус хәрби операция башланғандан алып меңәрләгән егеттәребеҙ - мобилизацияланғандар, генерал Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге батальондар составындағы ирекмәндәр - хәрби бурыстарын үтәй, илебеҙҙе һаҡлай, ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Әлбиттә, уларға һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк һәм улар һеҙҙе көтә. Бөгөн барлыҡ республика, уның халҡы исеменән Тыуған илде һаҡларға барырға тигән ҡыйыу ҡарарығыҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәм, - тине ул үҙенең сығышында.

Автор:
Читайте нас