

Рәсәй Президенты Владимир Путин Октябрьский ҡалаһында тыуып үҫкән өлкән лейтенант Степан Беловҡа Рәсәй Геройы йондоҙон тапшырҙы.
"Рәсәй Геройы исеме - минең генә түгел, ә шәхси составымдың, дуҫтарымдың һәм иптәштәремдең дә ҡаҙанышы, - тине Степан Белов. - Махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурысын үтәгән, фиҙаҡәр рәүештә ғәҙеллекте тергеҙеү өсөн көрәшкән һәм дөйөм тарихыбыҙҙы яңынан яҙырға мөмкинлек бирмәгән һәр кем - герой."
Степан Белов 1996 йылдың 14 июнендә Октябрьскийҙа тыуған. Мәктәптән һуң, Ҡазан юғары танк училищеһына уҡырға инә, уны 2018 йылдың декабрендә тамамлай.
Әлеге ваҡытта батальон штабы начальнигы вазифаһын биләй.
Алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн Иван Белов шулай уҡ Суворов миҙалы, ике батырлыҡ ордены, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы миҙалы һәм "Хәрби ҡаҙаныштары өсөн" менән наградланған.