Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Декабрь 2022, 17:27

"52 йәшендә уға яман шеш диагнозын ҡуйҙылар..."

— Мин сығышым менән Йылайыр районының Һынташ ауылынан. Хаҡлы ялдамын.

"52 йәшендә уға яман шеш диагнозын ҡуйҙылар...""52 йәшендә уға яман шеш диагнозын ҡуйҙылар..."
"52 йәшендә уға яман шеш диагнозын ҡуйҙылар..."

Октябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы гуманитар йөк менән Симферополь һәм Севастополь ҡалаларындағы госпиталдәргә юлланыуы, Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ менән осрашыуы һәм әйберҙәрҙе тапшырыуы тураһында хәбәр иткәйнек.

Унан иһә беҙҙең менән бәйләнешкә Севастополдә йәшәүсе милләттәшебеҙ Сәриә Ғиниәтуллина сыҡты. Ул да йәмғиәттәге үҙгәрештәргә битараф ҡала алмаған һәм госпиталдә ятҡан яҡташ егеттәргә тиҙ генә ярҙам ойошторғайны.

— Мин сығышым менән Йылайыр районының Һынташ ауылынан. Хаҡлы ялдамын. Былтыр, сәләмәтлеккә бәйле, климат алмаштырырға кәрәк тигәс, Севастополгә күсеп килдек. Бәләкәй генә ҡунаҡхана асып ебәрҙек, яңы урынға өйрәнеп, ерегеп киттек.

Ошо көндәрҙә иһә тынғыһыҙ булмышлы милләттшебеҙ шәхси сәхифәһендә бик йылы яҙма ҡалдырған: оло йәштәге әсәһенә бағышланған ул.

«Был минең әсәйем Әминә Шәрәфетдин ҡыҙы Иҫәндәүләтова. Йылайыр районы Һынташ ауылында тыуған, бар ғүмере шунда үткән.

Оҙон тормош юлында, аңлауығыҙса, әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килгән. 12 балаға ғүмер биргән, хәҙерге көндә биш балаһы ғына иҫән. Атайҙан иртә ҡалды, балаларын үҙе башлы күҙле итте.

Әсәйем һәр ваҡыт көслө рухлы, ныҡышмал, сая булды. Беҙ үҫкәндә һәммәбеҙгә ныҡлы терәк, кәңәшсе ине.

Һәр ваҡыт алдына аныҡ маҡсат ҡуйып, уға мотлаҡ ирешә торған ине.

Әсәйемдең дүрт класс ҡына белеме булыуға ҡарамаҫтан, совет кешеләре араһында ауылыбыҙҙа беренселәрҙән булып Ҡөръән Шәрифте ғәрәп телендә уҡырға өйрәнде. Гел аң-белемгә ынтылды, мәғлүмәтле булды, гәзит-журналдар, китаптар уҡыны.

Унан тыш әсәйебеҙ менән булған бер мөғжизәле ваҡиғаны иҫкә алып китәйем. 52 йәшендә уға яман шеш диагнозын ҡуйҙылар. Дауахана юлдарын тапау башланды, береһенән береһенә йөрөй торғас, хатта Ҡазанға ла барып етте. Ныҡ йонсоған, арығандыр инде күрәһең — бер мәл «ялҡтым, нимә булһа ла булыр» тине лә, дауаханананан ҡайтты ла китте һәм ҡайтыу менән намаҙға баҫты.

Ошо көндән алып әсәйебеҙ биш намаҙын, ураҙаны ҡалдырмай, бар булмышы менән Аллаһы Тәғәләгә һыйынды. Әле лә, юлға сығып китһә, «Аллам бар бит» тип, уға инанып сығып китә.

Ә бер ваҡыт, русса бер һүҙ белмәгән килеш, телефондар юҡ ваҡытта, миңә, әллә ҡайҙа йәшәгән ҡыҙына, килеп инде. Ишекте астым да, хайран ҡалдым. «Русса белмәйһең, нисек килеп еттең һин?», — тиһәм, «Аллам алып килде», — тине. Әсәйем шундай ул.

Әйткәндәй, яман шеш тураһында башҡа һүҙ булманы. Һин дә мин шәбәйҙе лә ките, Аллаға шөкөр. Дарыу ҙа эсмәне.

 

Был фотола әсәйем ейәнсәренең улына һөт эсерә. Бәләкәй кеше менән әсәйем араһында — 90 йәш. Үҙе бер дәүер!», — тип яҙа Сәриә апай.

Беҙ иһә Әминә инәйгә именлек һәм һаулыҡ теләйбеҙ! Балаларығыҙҙың ҡыуанысын күреп оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ!

Г. БАЛТАБАЕВА. Фото геройҙың шәхси архивынан.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас