Күгәрсен районы Мораҡ ауылында Яңы йыл байрамдарына боҙ ҡаласығы асылды. Зәйнәб Биишева исемендәге ял паркында урындағы халыҡты боҙҙан эшләгән әкиәт һындары, һәүәҫкәр артистар сәләмләне. Ял майҙансығында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә тау шыуып әүҙем уйындарҙа ҡатнашты. Тамашасылар өсөн концерт ойошторолдо.
Фото: Кугарчинский район Республики Башкортостан