Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
23 Декабрь 2022, 13:57

Башҡортостан беренсе урында

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында «иң айыҡ» төбәктәр рейтингы билдәле. 

Башҡортостан беренсе урындаБашҡортостан беренсе урында
Башҡортостан беренсе урында

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында «иң айыҡ» төбәктәр рейтингында Башҡортостан беренсе урынды биләй. Икенсе урында — Һамар өлкәһе, өсөнсө, дүртенсе урындарҙы Мордовия һәм Татарстан алды. Рейтинг һөҙөмтәләре менән Дәүләт Думаһы депутаты, «Айыҡ Рәсәй» хәрәкәте лидеры Солтан Хәмзәев таныштырҙы.

 

Республика хөкүмәте булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған «Айыҡ ауыл» конкурсы ошо йәһәттән ҙур роль уйнаны. 2019 йылда беренсе конкурс иғлан ителгәнгә тиклем республика дөйөм рейтингта 32-31 урында ине. 2021 йылда Башҡортостан 22-се урынға сыҡты, ә хәҙер, 16-сы урынды яулап, илдең егерме айыҡ субъекты иҫәбенә инде.

 

 

Автор:
Читайте нас