+21 °С
Болотло


Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалы эфирында "Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе" телевизион марафонында ғаиләһенең Яңы йылды нисек ҡаршылауы тураһында ла һөйләне.
"Сәғәт 12 тулып килгәндә, был мотлаҡ йола, Президентыбыҙҙың ҡотлауын тыңлайбыҙ, унан һуң куранттар һуғыуын көтәбеҙ. Артабан иһә – оливье һәм башҡалары. Аҙаҡ телевизор ҡарарға, саф һауала йәйәү йөрөп килергә мөмкин. Ҡайһы саҡта ҡалабыҙ парктарына сығып әйләнәбеҙ", – тип һөйләне республика етәксеһе.
"Башинформ".