+22 °С
Ямғыр


Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы үҙ эшен башланы. Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.
2023 йылдың 14 ғинуарына тиклем көн һайын иртәнге сәғәт 12-нән киске 9-ға тиклем төп яңы йыл тылсымсыһы һәм уның командаһы Ағиҙел йылғаһы буйында барлыҡ теләүселәрҙе ҡаршы ала. Ә 31 декабрҙә резиденция төнгө сәғәт 2-гә тиклем эшләйәсәк. Шулай уҡ ҡунаҡтарҙы болан көтә, ҡыҙыҡлы интерактив программа һәм фотозоналар әҙерләнгән.
«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, унда 800 метр оҙонлоҡтағы һырғалаҡ урынлашҡан.