Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Декабрь 2022, 05:35

Ҡыш бабайҙың йортона рәхим итегеҙ!

Ҡыш бабайҙан тыш, ҡунаҡтарҙы унда тере болан, ҡыҙыҡлы интерактив программа һәм фотозона көтә.

Ҡыш бабайҙың йортона рәхим итегеҙ!Ҡыш бабайҙың йортона рәхим итегеҙ!
Ҡыш бабайҙың йортона рәхим итегеҙ!

Өфөлә Ҡыш бабай йорто үҙ эшен башланы. Был хаҡта социаль селтәрҙә баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев хәбәр итте.

2023 йылдың 14 ғинуарына тиклем көн һайын көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 9-ға тиклем төп яңы йыл тылсымсыһы һәм уның командаһы Ағиҙел йылғаһы буйында ҡунаҡтар ҡаршылай. 31 декабрҙә иһә резиденция төнгө сәғәт 2-гә тиклем эшләй. Ҡыш бабайҙан тыш, ҡунаҡтарҙы унда тере болан, ҡыҙыҡлы интерактив программа һәм фотозона көтә.

 

Сығанаҡ: https://bash.bashinform.ru

Автор:
Читайте нас