Көндәр ауыр, балам, һин булмағас...
Гелән күҙгә йәштәр төйөлә...
Теште ҡыҫып, ҡоро һөлдә булып,
Өйҙән-эшкә, эштән-өйгә - шулай йөрөлә...
Төндәр оҙон, балам, һин булмағас...
Доға ғына баҫмай күңелде...
Ҡосағыма алып, сәстәреңдән һыйпап
Яратаһым килә үҙеңде!
Һуңғы тапҡыр юлға оҙатҡанда:
- Киткем килмәй бер ҙә, - тигәйнең...
- Ике аҙна хәҙер үтер, балам,
Сессияң бит ҡыҫҡа, - тигәйнем...
Әсә булғас, ниңә күрмәгәнмен?!
Нисек тоймағанмын хәлеңде?!
Ғумерем буйы ғәйепләп йәшәрмен
Шул һуҡырлыҡ өсөн,
Вайымһыҙлыҡ өсөн үҙемде!
Был ҡайғынан бер ҙә айнып булмай...
Һеҙ, әсәләр, нисек түҙҙегеҙ?!
Беләм, яуап әҙер:
"Башты ташҡа һуғып булмай...
Ни хәл итәң, булма түҙемһеҙ!"
Ерҙән күккә доға юллайым һиңә!
Йәнекәйең булһын йәннәттә!
Бөгөн - тыуған көнөң...
22 (булыр ине)...
Бүләкһеҙмен тәүге тапҡыр...
Хәлкәйҙәрем ошо халәттә...
Балаҡайым! Бәләкәсем минең!
Яҡты сатҡым минең яҙмышта!
Һин өмөтөм, ышанысым, ғорурлығым,
Таянысым инең тормошта!
Ошо хәлдә йәшәү ниңә кәрәк?!
Ник ярылмай әсә йөрәге?!...
- Сабыр! - тиер Хоҙай, - йәшә әле
Туғандарың, ҡыҙың, ғаиләңдең,
Ейәнеңдең булып терәге...
Тыныс йоҡла, балам... Ҡыҙыҡайым минең!
Йәнекәйең йәннәттә булһын!
Тыуған көнөң менән, балаҡайым!
Сайфуллина Зөлфирә Мәүлетдин ҡыҙы