Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
27 Декабрь 2022, 07:20

Бөгөн - Ҡотҡарыусылар көнө

Ҡыйыуҙар, көслөләр, ышаныслылар, уларға һәр саҡ таянырға мөмкин.

Бөгөн - Ҡотҡарыусылар көнөБөгөн - Ҡотҡарыусылар көнө
Бөгөн - Ҡотҡарыусылар көнө

Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы. 

«Ҡыйыуҙар, көслөләр, ышаныслылар, уларға һәр саҡ таянырға мөмкин, — тип яҙҙы республика етәксеһе үҙенең телеграм-каналында. — Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә улар тәүгеләрҙән булып ярҙамға килә, стихия һәм техноген һәләкәттәр эҙемтәләре менән көрәшә. Бөгөн иһә бик мөһим эш башҡаралар — махсус хәрби операция зонаһында хәрби бурыстарын үтәгән хәрбиҙәргә гуманитар йөк ташыйҙар».

Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамы ҡотлап, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм республиканың уларға мотлаҡ ярҙам күрһәтәсәген билдәләне.

Автор:
Читайте нас