

Башҡортостанда 2023 йылдың 1 ғинуарынан ҡала яны поездарында юл йөрөү хаҡы үҙгәрә. Электричкаларҙа яңы тарифтар 2023 йылдың аҙағына тиклем ғәмәлдә була.
Шул уҡ ваҡытта республикала ҡала яны электр поездарында юл йөрөү хаҡы бынан алда билдәләнгән тариф кимәлендә һаҡлана. Тик бының өсөн «Рәсәй тимер юлдары пассажирҙарға» ҡушымтаһы аша юл йөрөү билетын алырға кәрәк. Был хаҡта Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Мәҫәлән, 2023 йылдың 1 ғинуарынан Өфөнән Дим биҫтәһенә тиклем тиҙ йөрөүсе «Ҡарлуғас» ҡала яны поезында юл хаҡы 34 һум («Рәсәй тимер юлдары пассажирҙарға» ҡушымтаһы аша билет һатып алғанда - 30 һум), Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклем тиҙ йөрөүсе «Орлан» поезында - 405,6 һум (ҡушымта аша билет һатып алғанда - 343,20 һум). Шулай итеп, ташлама юл хаҡының 18 процентын тәшкил итәсәк.
Билетты ҡушымта аша һатып алғанда экономиялауҙан тыш, пассажирҙар өсөн һанлы сервистарға күсеүҙең төп өҫтөнлөгө булып контактһыҙ хеҙмәтләндереү тора.
https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-12-27/v-bashkirii-s-1-yanvarya-izmenitsya-stoimost-proezda-v-elektrichkah-3088040