Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
27 Декабря 2022, 16:37

Яңы йыл төнөндә Өфөлә ниндәй “маршрутка”лар йөрөйәсәк?

1 һәм 2 ғинуарҙа ҡайһы бер маршруттарҙа иртәнге рейстар булмаясаҡ.

Яңы йыл төнөндә Өфөлә ниндәй “маршрутка”лар йөрөйәсәк?Яңы йыл төнөндә Өфөлә ниндәй “маршрутка”лар йөрөйәсәк?
Яңы йыл төнөндә Өфөлә ниндәй “маршрутка”лар йөрөйәсәк?

Яңы йыл төнөндә Өфөлә иң ҙур һорау менән ҡулланған маршруттар 02:00 сәғәткә тиклем эшләйәсәк.

Яңы йыл төнөндә 31 декабрҙән 1 ғинуарға тиклем «Башавтотранс» дәүләт ташыусыһы ҡайһы бер маршруттар буйынса автобустарҙың эш режимын төнгө сәғәт 2-гә ҡәҙәр оҙайта.

Былар:

№ 69 «Мкр. Белореченский — ДК УМПО»;
№ 226 «Уфимский ДОК — СТЦ «Мега»;
№ 75 « ОАО «Амстар» — ТСК «Пушкинский»;
№ 6 «ОК «Сипайловский» — ТСК «Пушкинский»;
№ 74 «Уфимский ДОК — ул. Дзержинского»;
№ 51/51а «Автоцентр ВАЗ — Трикотажная фабрика»;
№ 39 «ОК «Сипайловский» — ТСК «Пушкинский».

Хәрәкәт арауығы 20-30 минут тәшкил итәсәк.

1 һәм 2 ғинуарҙа ҡайһы бер маршруттарҙа иртәнге рейстар булмаясаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләүсе 8 (347) 262-66-62 телефонына шылтыратырға мөмкин.

2023 йылдың 3 ғинуарынан 8-енә тиклем Өфөләге «Башавтотранс» маршруттары ял көнө теҙмәһе буйынса башҡарыласаҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас