Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Декабрь 2022, 05:53

28 декабрь - Халыҡ-ара кино көнө

Төркөмдәштәр, ә һеҙ ниндәй жанрҙағы фильмдар ҡарарға яратаһығыҙ?

28 декабрь - Халыҡ-ара кино көнө28 декабрь - Халыҡ-ара кино көнө
28 декабрь - Халыҡ-ара кино көнө

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй киноһы көнө йыл һайын 27 августа билдәләнә. Ә бөгөн 28 декабрь-бөтә донъя кинематографтар һәм кино һөйөүселәр байрамы.

1895 йылдың тап ошо көнөндә киң билдәле Капуциндар бульварында ағалы-ҡустылы Люмьерҙарҙың тәүге синематограф сеансы үтә. Тамашасыларға ҡыҫҡа метражлы фильмдар күрһәтелә. Рәсәйҙә кино премьераһы 1895 йылдың ғинуарында була. Тәүге совет киноһы иһә 1908 йылдың октябрендә экранға сыға. 1927 йылда тәүге тауышлы, 1935 йылда Голливудта төшөрөлгән тулы метражлы һәм төҫлө фильм донья күрә. Төрлө илдәрҙә үҙ милли кинематограф көндәре булдырылған.

Башҡортостандың  кино сәнғәте килгәндә, тәүге таҫмаларҙы Мәскәү һәм Екатеринбургтан килгән студиялар төшөрә һәм улар, нигеҙҙә, этнографик характерҙа була. 1990 йылда "Урал күренештәре", 1910 йылда "Ырымбур", "Алтын приисккыларын эшкәртеү" тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдар төшөрөлә. 1915 йылда "Ҡымыҙ" исемле фәнни-популяр фильм, 1916 йылда – "Ҡылғанлы дала" фильмы донъя күрә. 1915 йылда режиссер В. Гардин Л.Н. Толстойҙың "Кешегә күпме ер кәрәк?" хикәйәһен экранлаштыра.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас