Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Йәмғиәт
28 Декабря 2022, 05:36

Өфөлә "Ҡалдырма, әсәй!" нәфис фильмын төшөрөү өсөн кастинг иғлан ителде

Был хаҡта Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева хәбәр итте.

Өфөлә "Ҡалдырма, әсәй!" нәфис фильмын төшөрөү өсөн кастинг иғлан ителдеӨфөлә "Ҡалдырма, әсәй!" нәфис фильмын төшөрөү өсөн кастинг иғлан ителде
Өфөлә "Ҡалдырма, әсәй!" нәфис фильмын төшөрөү өсөн кастинг иғлан ителде

Өфөлә яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса "Ҡалдырма, әсәй!" тулы метражлы нәфис фильмын төшөрә башлайҙар. Был хаҡта Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева хәбәр итте.

Проектты республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы башлай. Фильмдың режиссеры - Вилүрә Иҫәндәүләтова. Фильмды төшөрөү ғинуар аҙағында башлана.

Кастингта мотлаҡ шарттар: малайҙар өсөн 11-14 йәш, ҡыҙҙар өсөн 11-13 йәш; рус телен белеү. Кастинг видеояҙмалар буйынса уҙғарыла. Ғаризалар республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларынан ҡабул ителә.

Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәр исем-шәрифтәрен, йәшен, буйын атарға һәм үҙҙәре хаҡында һөйләргә йәки ҡыҫҡа шиғыр уҡырға тейеш. 2-3 минуттан артмаҫҡа һәм яҡты урында төшөрөлөргә тейеш. Бәйләнеш өсөн телефонды күрһәтергә кәрәк.  Видеояҙманы castingfilm2023@yandex.ru. почтаһына ебәрергә.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас