Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
5 Ғинуар 2023, 16:44

Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ...

Елдең секундына 15-17 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.

Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ...Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ...
Алыҫ юлға сыҡмай тороғоҙ...

Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты водителдәрҙе 6 ғинуарҙа насар һауа торошо хаҡында иҫкәртә.

Ведомствола Башҡортостан синоптиктары мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүҙәренсә, иртәгә көндөҙ республикала урыны менән елдең секундына 15-17 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә. Юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ.

Шул уҡ ваҡытта, «Урал буйы» юл идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автотранспорт хәрәкәте хәҙер штат режимында алып барыла.

«Федераль автомобиль юлдарын тәртиптә тотоу өсөн яуаплы юл хеҙмәттәре юғары әҙерлек режимында эшләй. Әлеге ваҡытта бөтә йүнәлештәрҙәге юлдарҙы таҙартыу һәм эшкәртеү өсөн 175 берәмек юл техникаһы йәлеп ителгән, уларҙан Башҡортостанда, Татарстанда - 104, Ырымбур өлкәһендә - 71. Махсуслаштырылған техниканың иҫәбе юлдағы хәлгә ярашлы көйләнә», - тип өҫтәнеләр идаралыҡта.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас