Шоңҡар
+1 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2023, 17:20

"Табуты ҡайтмайынса, улымдың үлгәненә ышанмайым!.."

Украиналағы махсус хәрби операция ваҡытында батырлығы менән шаҡ ҡатырған Тәтешле егете Фәнис Хөсәйенов һәләк булған.

"Табуты ҡайтмайынса, улымдың үлгәненә ышанмайым!.."
"Табуты ҡайтмайынса, улымдың үлгәненә ышанмайым!.."


Тәтешле районынан Фәнис Хөсәйеновтың Украиналағы махсус хәрби операция ваҡытында күрһәткән батырлыҡтары күптәрҙе хайран иткәйне. 
Фәнис  Яңы Ҡайпан ауылында тыуған. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға китә. Уны “Барыҫ-17” батальонының өсөнсө ротаһына беркетәләр. 3 сентябрҙә бер үҙе махсус заданиеға сыҡҡанда дошман БТР-ындағы ете кешегә осрай. Егет икеһен юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡасып ҡотола. БТР-ҙы союз базаһына сығара, уны ике көндән һуң утҡа тоталар. Снарядтарҙың береһе Фәнистең яҡташы булған бинаға эләгә. Егет зыян күргән яугирҙе емереклектәр араһынан тартып сығара. Өс көндән һуң өсөнсө рота дошманға һөжүм итә – бәрелештә генерал-майор яралана. Шул саҡта ҡыуып алып киткән теге БТР-ҙың кәрәге тейә – командирҙы госпиталгә илтеп ҡуялар. 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо арала батыр егеттең һәләк булыуы хаҡында хәбәр таралды. 
"Интертат" хәбәр итеүенсә, әлеге мәлдә Яңы Ҡайпан ауылында юлдарҙы, егет үҫкән өй тирәһен таҙартып,  батырҙы ерләргә әҙерләнәләр… Әсәһе  Фәриҙә апай: «Табуты ҡайтмайынса, улымдың үлгәненә ышанмайым», - тип кенә әйтә алған.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: