Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
6 Ғинуар 2023, 05:28

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә компенсация алырға була

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала йәшәүселәр субсидияларҙың онлайн-калькуляторы ярҙамында субсидия күләмен үҙаллы билдәләй ала.

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә компенсация алырға булаТорлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә компенсация алырға була
Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә компенсация алырға була

Башҡортостан Республикаһында торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәргә сығымдар граждандарҙың айырым категорияларына субсидиялар һәм айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) рәүешендә компенсациялана.

Берҙәм аҡсалата компенсация алыуға граждандарҙың льготалы категориялары - күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр, яңғыҙ пенсионерҙар хоҡуҡлы. Торлаҡ-коммуналь сығымдарға сығымдары күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн - ғаилә килеменең 13 процентынан ашыуыраҡ булған граждандар; 70 йәше тулған яңғыҙ йәшәгән кешеләр өсөн - 16 проценты; яңғыҙ йәшәгән 60 йәшкә еткән граждандар өсөн - ир-егеттәр, 55 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар өсөн - 18 проценты; граждандарҙың башҡа категориялары өсөн 20 проценты субсидия алыу хоҡуғына эйә. Мәҫәлән, әгәр халыҡтың айлыҡ килеме (бөтә түләүҙәрҙе һәм пособиеларҙы иҫәпкә алып) - 30 мең һум, ә коммуналь сығымдар өсөн түләү 6200 һум (20% ашыу) тәшкил итһә, ул субсидияға хоҡуҡлы. Әгәр кеше күп балалы ғаилә категорияһына ҡараһа, ул торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар менән 4 мең һум күләмендә (йәғни 13% юғары) субсидия алыу мөмкинлегенә эйә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала йәшәүселәр субсидияларҙың онлайн-калькуляторы ярҙамында субсидия күләмен үҙаллы билдәләй ала. Ул Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡҡа социаль ярҙам министрлығы сайтында, шулай уҡ Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге сайтында урынлаштырылған.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2023-01-06/zhiteli-bashkirii-mogut-poluchit-kompensatsiyu-na-oplatu-zhilischno-kommunalnyh-uslug-3095508

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас