Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Йәмғиәт
12 Января 2023, 12:24

Зөфәр Еникеев: "Рәхимов халыҡ лидеры булды"

Билдәле ғалим, Башҡортостандың Конституция судының элекке рәйесе республиканың беренсе президенты хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Зөфәр Еникеев: "Рәхимов халыҡ лидеры булды"Зөфәр Еникеев: "Рәхимов халыҡ лидеры булды"
Зөфәр Еникеев: "Рәхимов халыҡ лидеры булды"

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Юғары Совет рәйесе, Башҡортостан Республикаһы президенты вазифаларына дәғүә иткәндә мин уға юрист булараҡ, программалар төҙөргә ярҙам иттем. Миңә уның командаһында оҙаҡ йылдар эшләү бәхете тейҙе.

Ул тынғыһыҙ энергияһы, лидерлыҡ сифаттары менән таң ҡалдырҙы, аралашыуҙа ябай булды, кешеләрҙе яҡшы аңланы. Халыҡтың араһынан сыҡҡан бөйөк шәхес халыҡ хәтерендә мәңге ҡаласаҡ.

Республиканың сәскә атыуы өсөн шул тиклем күп эшләгән Башҡортостандың ысын патриоты вафат булыуын аңлау шул тиклем ҡыйын.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас