Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2023, 14:37

Өфө бөгөн ҡыш бабайҙы оҙата

Ә киске сәғәт 8-ҙә яр буйында ҙур концерт башлана.

Өфө бөгөн ҡыш бабайҙы оҙата
Өфө бөгөн ҡыш бабайҙы оҙата

Бөгөн, 14 ғинуарҙа, Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында Ҡыш бабайҙың резиденцияһы һуңғы көн эшләй. Ошо ваҡиға уңайынан унда ҡыштың төп тылсымсыһын оҙатыуға арналған ҙур байрам ойошторола.

Сара киске 9-ға тиклем дауам итә. Балаларҙы ғәҙәттәгесә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу ҡунаҡҡа көтәләр. Улар менән аралашырға, фотоға төшөргә мөмкин. Бынан тыш, балалар өсөн ҡар бабайҙары һәм башҡа әкиәт персонаждары менән викториналар уҙғарыла. Ә киске сәғәт 8-ҙә яр буйында ҙур концерт башлана.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: