Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2023, 11:43

Самолетта сабый тыуған!

Самолет күккә күтәрелгәс, тулғағы тота башлай.

Самолетта сабый тыуған!
Самолетта сабый тыуған!
Мәскәүҙән Тажикстанға осҡан "Урал һауа юлдары" самолетында бала тыуған. Был хаҡта авиакомпанияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Самолет күккә күтәрелгәс, сабый көткән әсәнең эсе ауырта башлай. Ҡатын бортпроводниктарға мөрәжәғәт итә. Улары иһә, пассажирҙар араһында табиптар бармы тип һорай.
 
Бәхеткә күрә, самолетта  неонатолог, ике шәфҡәт туташы-акушер һәм хатта табип-рентгенолог та ултырған була.

Сабый иҫән-һау тыуа. Был ваҡиғанан һуң самолетты ашығыс ултыртыу талап ителмәй, аэропортта балалы ҡатынды ашығыс ярҙам бригадаһы көтөп тора. Әлеге ваҡытта улар дауахананан сығарылған һәм үҙҙәрен яҡшы тоя, тип өҫтәнеләр авиакомпанияла.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: