Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Ғинуар 2023, 13:18

Улар 75 йыл бергә!

Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған, ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Шәмсетдиновтар ғаиләһенә артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен!

Улар 75 йыл бергә!
Улар 75 йыл бергә!

Нефтекаманан Суфияр һәм Васбезинан Шәмсетдиновтар 75 йыл бергә ғүмер итеүҙәрен - тажлы туйҙарын билдәләне, тип һөйләне ҡала мэры Эльдар Вәлидов.

"Хәҙер уға 98, ә ҡатынына - 95 йәш, ләкин улар тормошто яратыусан, ихлас, дәртле, хатта сәмле булыуы хайран ҡалдырҙы. Яурындарында шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ҡайғы-хәсрәттәр ҙә бар, әммә иң мөһиме, ошо ваҡыт эсендә улар бергә булып, бер-береһенә ярҙам итеп, заман һәм быуындар аша үҙҙәренең мөхәббәтен һаҡлап ҡалыу, был тоғролоҡ һәм ышаныс өлгөһө", - тип яҙҙы хакимиәт башлығы.

1948 йылдың 7 ғинуарында Борай районында сәстәрен сәскә бәйләҙәр. Суфияр Ямалетдин улы Яңы Бикмәт ауылында тыуған. 1942 йылда фронтҡа алына. II Украина фронтында, атыу орудиеһы командиры була. Кривой Рог ҡалаһы эргәһендә йылға аша сыҡҡанда арҡаһына яралана. Украина, Румыния, Төркиә, Болгария, Югославия, Австрия, Германияны үткән. Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай.

1947 йылда ҡайтҡас, бер йылдан күрше ауылда йәшәгән ҡыҙға өйләнә. Васбезинан Тимерғәзиева менән 10 бала тәрбиәләгәндәр. Шәмсетдиновтар колхозда эшләгән: Суфияр Ямалетдин улы - тимерсе, һуңынан пилорамала (63 йылға тиклем эшләгән), Васбезинан Тимерғәзий ҡыҙы колхозда һауынсы булған. 1994 йылда бәхетле парҙар Борай районынан Нефтекамаға күсеп килә һәм шунда төпләнә.

Тажлы туй - һирәк күренеш. Нефтекамала бындай оло юбилейҙы 10 йыл билдәләмәгәндәр.

Бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итеп, йылы тойғоларын олоғайған көндәренә тиклем һаҡлаған,  ҡартлыҡтарын тиң, имен ҡаршылаған Шәмсетдиновтар ғаиләһенә артабан да Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, тигеҙ ғүмер насип итһен!

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-14/v-bashkirii-supruzheskaya-para-otmetila-75-letie-sovmestnoy-zhizni-3105033

Автор:
Читайте нас: