Шоңҡар
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2023, 20:28

Азат Бадранов мобилизацияланғандар менән эште үҙ өҫтөнә ала

Радий Хәбиров бөгөн Азат Бадрановҡа тапшырылған яңы вәкәләттәр тураһында хәбәр итте.

Азат Бадранов мобилизацияланғандар менән эште үҙ өҫтөнә ала
Азат Бадранов мобилизацияланғандар менән эште үҙ өҫтөнә ала

Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә махсус хәбри операцияға доброволец булып киткән Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов менән телефон аша һөйләшеүе тураһында әйте. Ул махсус хәрби операция зонаһында республиканан мобилизацияланған яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү эшен көйләйәсәк.

– Азат Бадранов унда беҙҙең эште координациялауҙы үҙ өҫтөнә ала. Әлбиттә, ул батальон составында, әммә уның мөмкинлектәре бар. Ул егеттәребеҙ хеҙмәт иткән ҙур бүлексә етәкселәренә сығырға тырышасағы хаҡында һөйләне, – тине Радий Хәбиров.

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандан мобилизацияланған 2,5 мең кеше иҫәпләнгән подразделение командиры уға үҙе мөрәжәғәт иткән.

– Беҙ һөйләшеп килештек. 20-21 ғинуарҙа гумконвой юлға сыға, вәғәҙә иткәнебеҙҙең бер өлөшөн булһа ла алып барасаҡбыҙ. Өҫтәүенә, унда барғанда, батальондар беҙҙән һорағанды ла эшләргә тейешбеҙ. Барығыҙҙан да һорайым, әгәр Бадранов мөрәжәғәт итә икән, уның ни һорағанын мотлаҡ үтәүегеҙҙе һорайым. Ундағы бөтә кәңәшселәрем дә уның буйһоноуына индерелә, – тине Башҡортостан Башлығы.

Фото: Альберт ЗАГИРОВ.

Автор:
Читайте нас: