Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2023, 19:52

Санкт-Петербург башҡорттары Мортаза Ғөбәйҙулла улы рухына аят уҡытҡан

Иле, халҡы өсөн янып йәшәгән Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме, уның башҡарған эштәре беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!

Санкт-Петербург башҡорттары Мортаза Ғөбәйҙулла улы рухына аят уҡытҡан
Санкт-Петербург башҡорттары Мортаза Ғөбәйҙулла улы рухына аят уҡытҡан


Санкт-Петербург ҡалаһы һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, милли ойошма ағзалары 14 ғинуарҙа Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла Рәхимовтың хөрмәтенә Хәтер кисәһе үткәргән, шәхес рухына бағышлап аят уҡытҡан.

«Күңелдәрҙе тетрәндереп, йөрәктәрҙе һыҡратып, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов арабыҙҙан китте. Бик йәл... Иле, халҡы өсөн янып йәшәгән Мортаза Ғөбәйҙулла улының исеме, уның башҡарған эштәре беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр!

14 ғинуарҙа ҡалабыҙҙың Халыҡтар йортонда шәхес хөрмәтенә Хәтер кисәһе үткәрҙек, уның рухына бағышлап аят уҡыттыҡ», - тиелә яҙмала.

Сығанаҡ: https://vk.com/kurultaibashkir

Автор:
Читайте нас: