Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ғинуар 2023, 20:23

Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары бүләкләнде

Махсус хәрби операция башланғандың беренсе көндәренән үк беҙҙең журналистар уны яҡтыртыу эшенә тотондо.

Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары бүләкләнде
Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары бүләкләнде

Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан республиканың киң мәғлүмәт саралары журналистары бүләкләнде. Йыл һайын Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ойошторған тантаналы сара 17 ғинуарҙа «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында уҙҙы.

Төрлө министрлыҡтар һәм ведомстволар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев коллегаларын һөнәри байрамы менән тәбрикләне. Уҙған йыл тотош ил өсөн дә, журналистика өсөн дә саҡырыуҙар йылы булды, тип билдәләне ул.

«Махсус хәрби операция башланғандың беренсе көндәренән үк беҙҙең журналистар уны яҡтыртыу эшенә тотондо. Был эштә 30-лаған коллегабыҙ туранан-тура ҡатнашты: командировкаларға йөрөнө, гуманитар йөк оҙатып барҙы. Бергәләп хәҡиҡәт өсөн көрәштек. Тап быйыл беҙҙең эшебеҙ бергәләп хәҡиҡәт өсөн көрәшеүебеҙ менән айырыуса мөһим», - тине Максим Ульчев.

Максим Ульчев журналистарға ведомство һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. «Сибайский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Гөлсинә Кейекбаева һәм «Честно говоря» тапшырыуы мөхәррире Алһыу Зарипова Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.

«Ветеран Башкортостана» баҫмаһының баш мөхәррире Светлана Беллендир, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе Әлфиә Әһлиуллина республика Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамоталарына лайыҡ булды.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваға, «Республика Башкортостан» нәшриәт йортоноң ойоштороу бүлеге белгесе Таңсулпан Ғөбәйҙуллинаға, «Киске Өфө» гәзите редакцияһының биҙәлеш мөхәррире Артур Батыршинға Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Рәхмәт хаты тапшырылды.  

 Артабан журналистар ижади конкурстарҙа еңеүсе дипломдары менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы биш конкурста еңеп сыҡты. «Башинформ» агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында наркоманияны иҫкәртеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау темаһын иң яҡшы яҡтыртыу конкурсының интернет-номинацияһында наградаға лайыҡ булды.

Башҡортостан Республикаһының Журналистар ойошмаһы ла киң мәғлүмәт сараларында уңышлы эшләгән һәм журналист эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан өсөн наградалар әҙерләгәйне. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә Рәсәй һәм республика берләшмәләренең Почет грамоталарын республиканың Журналистар союзы советы рәйесе Вилдан Ғәлин тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-01-17/v-ufe-v-chest-dnya-rossiyskoy-pechati-nagradili-zhurnalistov-respublikanskih-smi-3108252

Автор:
Читайте нас: