Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Ғинуар 2023, 20:12

Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция яугирҙарының үтенесе буйынса мунса мейесе әҙерләгән

Асҡын районы эшҡыуары Эдуард Тимерғәлинға  махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар осраҡлы ғына мөрәжәғәт итмәгән - ул яҡташтарына даими ярҙам итеп тора.

Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция  яугирҙарының үтенесе буйынса мунса мейесе әҙерләгән
Башҡортостанда йәшәүсе махсус хәрби операция яугирҙарының үтенесе буйынса мунса мейесе әҙерләгән

Был юлы Башҡортостан яугирҙары Эдуардтан үҙҙәре өсөн мунса мейесе әҙерләүен һораған. "Яугирҙәребеҙ хәрби операция зонаһында, өйҙән алыҫта һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж. Беҙ һәр яҡлап ярҙам итергә тейешбеҙ", - тип иҫәпләй ул.

Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Тимерғәлин эшҡыуар ғына түгел, район советы депутаты ла. Ул  "Атайсал" проектында әүҙем ҡатнашыусы кеше булараҡ билдәле. Уны "Республика намыҫы өсөн" миҙалы һәм проектта еңеүсе дипломы менән бүләкләүҙәре лә осраҡлы түгел.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: