Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ғинуар 2023, 21:02

Мырҙаш ағинәйҙәре хоккей уйнай!

Хәрәкәттә — бәрәкәт, тип бушҡа ғына әйтмәгән шул халҡыбыҙ!

Мырҙаш ағинәйҙәре хоккей уйнай!
Мырҙаш ағинәйҙәре хоккей уйнай!

«Күҙҙәре янып, йөҙҙәре балҡып торған Мырҙаш ауылы ағинәйҙәренең, ҡатын-ҡыҙҙарының тик ултырғанын бер ҙә генә күрмәҫһең. Ҡулдарынан бар эш тә килә. Әле скандинав таяҡтарында дәртле баҫып йөрөһәләр, бөгөн саф һауала хоккей уйнап йөрөйҙәр.

Халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, боронғо кәсептәрен һаҡлап ҡалыуҙа һәм үҫтереүҙә лә ҙур эштәр башҡара улар.

Хәрәкәттә — бәрәкәт, тип бушҡа ғына әйтмәгән шул халҡыбыҙ! Быны инәйҙәр яҡшы белә», — тиелә яҙмала.

Мырҙаш ауылы халҡы «Айыҡ ауыл-2022» республика конкурсында Стәрлетамаҡ районы данын яҡлай. Уңыштар теләйбеҙ!

Билдәле булыуынса, «Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

https://kurultai.ru/ba/content/3726-dlya-hokkeya-vozrast-nipochem/

Автор:
Читайте нас: