Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2023, 22:09

Әбүбәкергә яҙыусылар килде

Өфө ҡунаҡтары баш ҡаланан биш йөҙ саҡырым алыҫлыҡта төбәккә ниндәй маҡсат менән килгән?

Әбүбәкергә яҙыусылар килде
Әбүбәкергә яҙыусылар килде

Хәйбулла районы Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда прозаик, журналист "Һәнәк" журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Миләүшә Ҡаһарманова, шағирә, журналист, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәрҙәре Венер Исхаҡов, Айнур Аҡылов менән үткән осрашыу оло байрамға әүерелде. Өфө ҡунаҡтары баш ҡаланан биш йөҙ саҡырым алыҫлыҡта ятҡан төбәккә үҙенең уҡыусылары менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү өсөн килгәйне. Улар мәҙәниәт усағының йылы, таҙа, уңайлы булыуына һоҡланыуын белдерҙе.
Федоровка ауыл хакимиәте башлығы Наталья Лебедева әйтеүенсә, мәҙәни усаҡ ауыл халҡының иң яратҡан урыны. Бында ял итеү, күңелгә ятҡан шөғөл табыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Шуға ла бынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Ошонда уҡ урынлашҡан китапхана – бай мәғлүмәт сығанағы. Китапханасы Рәсимә Аҡылова һәр китап уҡыусы менан уртаҡ тел таба.
Гүзәл һәм Шәрифә Билаловалар ауылдың күренекле шәхестәре менән таныштырҙы. Осрашыуҙа матбуғат хеҙмәткәрҙәре журналдарға әүҙем яҙылырға саҡырҙы һәм китаптарын бүләк итте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: