Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ғинуар 2023, 14:09

Ҡотлайбыҙ, Наталья Семеновна!

Ошо көндәрҙә Хәйбуллала "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2022" муниципаль профессиональ оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды.

Ҡотлайбыҙ, Наталья Семеновна!
Ҡотлайбыҙ, Наталья Семеновна!

Хәйбулла районы Федоровка ауыл советы биләмәһенә Федоровка һәм Әбүбәкер ауылдары ҡарай. Бында бик дәртле, әүҙем халыҡ йәшәй, ауылдарҙа төрлө мәҙәни, спорт саралары гөрләп тора. Әле махсус хәрби операцияһы яугирҙарына һалма йәйгәндәр, посылка әҙерләйҙәр. Әлбиттә, был сараларҙың шулай ойошторолоуында ауыл хакимиәте башлағы Наталья Лебедеваның йоғонтоһо ҙур. Ауыл халҡы күңелле, файҙалы, айыҡ тормош алып барһын өсөн үҙ көсөн дә, дәртен дә ҡыҙғанмай Наталья Семеновна.

Ошо көндәрҙә Хәйбуллала "Һөнәре буйынса иң яҡшыһы-2022" муниципаль профессиональ оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды һәм унда "Иң яҡшы дәүләт һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре" номинацияһында Наталья Лебедева лайыҡ булды. Лайыҡлы бүләгегеҙ менән ҡотлайбыҙ, Наталья Семеновна! 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: