

Көйөргәҙе районында Айыҡ ауыл конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе Кинйә-Абыҙ ауылы райондың йөҙөк ҡашы булып тора. Был ауылға башҡорт халҡының данлыҡлы улы Кинйә Арыҫланов үҙе нигеҙ һалған. Илдәге һәр дәүер, халыҡтың шанлы, данлы үткәне был ауылдың хәтерендә үҙ эҙен ҡалдырған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Кинйә ауылынан 3 (!) Советтар Союзы Геройы сыҡҡан.
Бөгөгө көндә лә Кинйә- Абыҙ батырҙары рухына тап төшөрмәй, заман менән бергә атлаусы, бәләкәй, әммә көслө, берҙәм ауыл. Айыҡ ауыл проектында Кинйә- Абыҙ ауылы халҡы ҙур теләк менән ҡатнаша. Кисә Көйөргәҙе районында айыҡ ауыл конкурсының муниципаль этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Яҡшымбәт ауыл советы башлығы Көйөргәҙе районы Айыҡ ауыл еңеүсеһе штандартын тантаналы рәүештә Кинйә Абыҙ ауылына тапшырҙы, уңыштар теләне. Бар ышаныс Кинйәләрҙә!
#ҡоролтай #айыҡауыл2022 #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #Айыкауыл #ТрезвоеСело2022 #куюргазинскийрайон