Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
4 Февраль 2023, 15:11

"Юғалтмайыҡ тиһәҡ кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте! "

Тамашала ошо урамдарҙа йәшәүсе хеҙмәт ветерандары һәм һуғыш балаларының ҡатнашыуы сараға айырыуса мәртәбә өҫтәне.

"Юғалтмайыҡ тиһәҡ кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте! ""Юғалтмайыҡ тиһәҡ кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте! "
"Юғалтмайыҡ тиһәҡ кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте! "

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарылған «Айыҡ ауыл» проекты сиктәрендә Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда "Юғалтмайыҡ тиһәҡ кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте! " исеме аҫтында урамдар араһындағы эстафета дауам итеп, был юлы Ю. Гагарин, З. Вәлиди, М. Ғафури урамдары халҡы сәхнәгә сыҡты. Ярты ауыл сәхнәлә сығыш яһаһа, ҡалғандары тамашасы ролендә булды. Улар хөкөмөнә "Кис ултырыу" йолаһы тәҡдим ителде. Йөн тетеп, йөн иләп, яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләп әҙерләне улар сәхнәләштерелгән күренеш барышында. Тамашала ошо урамдарҙа йәшәүсе хеҙмәт ветерандары һәм һуғыш балаларының ҡатнашыуы сараға айырыуса мәртәбә өҫтәне. Ололар менән бер рәттән үҫеп килеүсе йәш быуындың да ошо тарих биттәренә ҡағылыуы айырыуса әһәмиәтле булды. Киң залды яңғыратып моңло йырҙары менән ҡатын ҡыҙҙар һәм айырым ир-егеттәр вокаль ансамблдәре халыҡ күңелен күтәрҙе. Эстафетаны башлап ебәреүсе урамдар кеүек үк ныҡлы әҙерлек менән сығыш яһаны был урамдар ҙа. Был юлы ла уңғанбикәләр башҡорт халҡының милли аштарынан, ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр ойошторған. Конкурс шарттары буйынса еңеүсене билдәләү маҡсат итеп ҡуйылһа ла, дуҫлыҡ еңде был мәртәбәле сарала. Сөнки бөтә урамдар ҙа сәмләнеп, дәртләнеп ныҡлы әҙерлек менән килгән ине. Иң мөһим бүләккә барыһы ла лайыҡ булды - ул рух берлеге!

https://vk.com/club207714147?w=wall-207714147_7215

Автор:
Читайте нас