Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Февраль 2023, 14:22

Йома көндө алкоголь һатылмаясаҡ

Ауыл халҡы тәүлек эсендә хәмер һатыуҙы тыйырға тигән ҡарарға килгән.

Йома көндө алкоголь һатылмаясаҡ
Йома көндө алкоголь һатылмаясаҡ

Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы хәбәр ителеүенсә, Туймазы районы Ҡандракүл ауылында йәшәүселәр йома көндө магазиндарҙа алкоголь менән сауҙа итмәҫкә хәл иткән.

Ҡандракүл ауылында өс магазин бар. Эшҡыуарҙар менән килешеү буйынса урындағы халыҡ тәүлек эсендә хәмер һатыуҙы тыйырға хәл иткән.

Был ауыл кешеләре икенсе йыл инде иң айыҡ ауыл исемен йөрөтөү өсөн күп эштәр башҡара. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу өсөн урын юҡ бында. Улар күмәкләп спорт ярыштары, мәҙәни саралар, өмәләр, байрамдар үткәрә - әлбиттә, алкоголһеҙ.

 

Сығанаҡ: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Автор:
Читайте нас: