Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Йәмғиәт
9 Февраль 2023, 17:15

Сочи башҡорттары туған телен өйрәнә

— Мин үҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист булып та эшләнем.

Сочи башҡорттары туған телен өйрәнәСочи башҡорттары туған телен өйрәнә
Сочи башҡорттары туған телен өйрәнә

Быйыл Сочи ҡалаһында ололар һәм балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеү курстары башланды. Уны алып барыусы Эльза Вахитова был һабаҡтарҙың күптән кәрәк булғанын билдәләй.

— Рәйесебеҙ Рәхилә Тайыпова менән ошондай дәрестәр үткәреү идеяһы менән күптән янып йөрөнөк. Туған телдә дөрөҫ һөйләшергә һәм яҙырға өйрәнергә теләүселәр бар ине. Хатта күберәк үҙҙәрен түгел, ә үҫеп килгән йәш быуынды хәстәрләнеләр. Ысынлап та, тел – беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәрҙең һәм мәҙәни мираҫыбыҙҙың асҡысы. Уға ҡарата һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыуҙың әһәмиәтен ныҡлы аңлайбыҙ, — ти Эльза ханым.

2023 йылға пландар араһында башҡорт теле дәрестәре үткәреү ҙә индерелгән. Социаль селтәрҙә, мессенджерҙарҙа иғлан бирелеп, өйрәнергә теләүселәр йыйылған.

— Мин үҙем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғариф бүлегендә туған телдәр буйынса методист булып та эшләнем. Ошо тәжрибәмә нигеҙләнеп, дәрестәрҙе төҙөү, уларҙы урындағы мәктәптәрҙең уҡыу планына ярашлы ыңғай алып барыу юлдарын беләм. Әлегә барлыҡ методик материалдарҙы интернеттан алып торабыҙ, китаптар етмәй, — ти уҡытыусы.

Тәүге дәрестәр ғинуарҙа үткән, уларҙа һигеҙ – өс бала һәм өлкән йәштәге биш кеше ҡатнашҡан. Һәр шишәмбе һабаҡ бирелә. Уҡыусылар башҡортса һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ҡыҫҡа һөйләмдәр төҙөргә өйрәнә. Бәләкәстәр өсөн айырыуса файҙалы был дәрестәр: улар башҡорт телен өйрәнеү менән бер рәттән мәктәпкә ҙур әҙерлек тә ала, уҡырға, яҙырға, тәртипкә өйрәнәләр, белемгә ынтылыштары арта. Сочи башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Рәхилә Тайыпова көндәлек тормошта рус телендә һөйләшкән балаларҙың ошондай кластарға килеүенең мөһимлеген билдәләй.

Һәр дәрес аҙағында ҡатнашыусылар башҡорт телендә йыр өйрәнә һәм ошондай күңелле нотала киләһе осрашҡанға тиклем хушлаша. Уңыштар теләйбеҙ!

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:
Читайте нас