+22 °С
Ямғыр


Республикала мәктәп стоматологияһы системаһын үҫтереү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бирелә. Йылайыр Юлдыбай ауылы мәктәбендә теш дауалау кабинеты асылды. Уҡыусыларҙың да, уҡытыусыларҙың да ҡыуанысы сикһеҙ.
Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, мәктәптәрҙәге стоматология кабинеттарында педагогтар ҙа дауаланасаҡ. "Тәү сиратта стоматология кабинеттары белгестәр менән тәьмин ителергә тейеш, был проектты ауыл мәктәптәрендә лә тормошҡа ашырыу мөһим", — тип иҫәпләй Радий Хәбиров.