Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
11 Февраль 2023, 10:01

Башҡортостан ефрейторы Владимир Путиндың рәхмәт хаты менән бүләкләнде

" Рәхмәт хаты алыуығыҙ менән ҡотлайым!"

Башҡортостан ефрейторы Владимир Путиндың рәхмәт хаты менән бүләкләндеБашҡортостан ефрейторы Владимир Путиндың рәхмәт хаты менән бүләкләнде
Башҡортостан ефрейторы Владимир Путиндың рәхмәт хаты менән бүләкләнде

Башҡортостандың Салауат районы Миәшәгәр ауылы ефрейторы Салауат Сафин Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Ил башлығы Салауат Сафинды хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне өсөн билдәләп үткән.

"Уңыштар артында һәр саҡ ҡыйыу кешеләр тора! Илебеҙҙе намыҫ менән һаҡлаған егеттәрҙең булыуына бик ғорурланам. Рәхмәт хаты алыуығыҙ менән ҡотлайым! Ул һәр ваҡыт артабанғы уңыштар өсөн стимул булһын! Хәҙерге замандаштары ғына түгел, киләсәк быуындарҙың да Салауат менән ғорурланасағын яҡшы беләм. Ә үҫеп килеүсе быуын өсөн был өлгө булып тора. Батырлығығыҙ һәм Ватанға тоғролоғоғоҙ өсөн рәхмәт!", - тип яҙҙы Салауат районы башлығы Марс Кашапов.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-02-11/efreytor-iz-bashkirii-nagrazhden-blagodarnostyu-vladimira-putina-3139046

Автор:
Читайте нас