

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышы сиктәрендә БР дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Бүләкләнеүселәр араһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия театры артистары ла бар ине.
Башҡортостандың халыҡ артисы Шәүрә Дилмөхәмәтова Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
2007 йылда Мәскәүҙең М.С.Щепкин исемендәге юғары театр училищаһын тамамлап ҡайтҡан, сәхнәлә береһенән-береһен сағыу образдар тыуҙырғандары өсөн Милена Сираева, Ирада Ҡадырова, Юнир Ҡоланбаев, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов һәм Ринат Баймырҙин "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булдылар!👏👏👏
Юғары наградаларҙы бүләкләнеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев тапшырҙы.
Барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ, артабан да уңыштар теләйбеҙ!