

Күгәрсен районында яугир-интернационалистарҙы иҫкә алдылар
Бөгөн Күгәрсен районының Мораҡ ауылында Ватандан ситтә үҙ бурысын үтәгән яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнөнә арналған тантаналы митинг уҙҙы.
Митингта ҡатнашыусылар һәләк булған яугир-интернационалистарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
«Афған һуғышынан һуң беҙҙең егеттәргә илде халыҡ-ара терроризмдан һаҡларға тура килде. Ә хәҙер меңләгән егетебеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша, улар ҡыйыу һуғыша. Бөгөн беҙҙең менән һеҙҙең яҡташтарығыҙ –ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәр, беҙ уларға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, уларға, ғаиләләренә ярҙам итербеҙ. Үкенескә күрә, яҡташығыҙ Айҙар Айытҡужин һәләк булды, был ауыр юғалтыу, беҙ уны бер ҡасан да онотмаҫбыҙ. Тыуған илебеҙ өсөн ғүмерен биргән геройҙарға мәңгелек хәтер һәм дан», – тине Радий Хәбиров.
«Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, Афғанстандағы һуғыш ветераны Михаил Савельев совет яугирҙәренең батырлыҡ күрһәтеүен һәм аҙағынаса хәрби антҡа тоғро ҡалыуын билдәләне.
Башҡортостандан алыҫта ла егеттәр яҡташтарының йылыһын тоя, тип билдәләне мобилизацияланғандарҙың береһе.
Радий Хәбиров яугир-интернационалистарҙың стелаһына сәскәләр һалды һәм мобилизацияланғандар менән аралашты.