

Йылайыр районы Ҡашҡар мәктәбендә "Йәншишмә" гәзитендә эшләгәндә бер тапҡыр булырға тура килгәйне. Егерме йылдан һуң тағы ла ҡашҡарҙар менән осршырға насип итте. Бик йәнле үтте осрашыу. Көтөп торғандар. "Аҡбейек" ҡурайсылар ансамбленең дәртле көйҙәренә бейегән ҡыҙҙар ҡаршы алды. Йылы, уңайлы, матур мәктәптә балаларға төплө белем алыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Бай музей эшләй, ауыл тарихы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышырға мөмкин. Уҡыусылар үткер, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙеләр. 5-6 класс уҡыусыларының рухлы йыр-шиғырҙары (класс етәксеһе Ләйсән Зөфәр ҡыҙы Юлгилдина), йәш ҡурайсы Илһам Юлгилдиндың ҡурай моңдары (етәксеһе Дәүләткирәй Хөсәйен улы Нәҙерғолов) осрашыуға йәм өҫтәне.
Рәхмәт һеҙгә, ҡашҡарҙар! Һеҙҙең менән осрашыуҙан һуң күңелдәр йылынып ҡалды.