Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Февраль 2023, 17:05

«Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсына эштәр ҡабул ителә

Финалға сығыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр  һәм эштәрен Башҡортостан кинотеатрҙарында күрһәтеү мөмкинлеге көтә.

«Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсына эштәр ҡабул ителә«Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсына эштәр ҡабул ителә
«Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсына эштәр ҡабул ителә

1 мартҡа тиклем «Осҡон» башҡорт видеоһы конкурсының яңы миҙгелендә ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы.

Конкурс номинациялары:

- Башҡорт телендә йәнһүрәт 5 минуттан артмаҫҡа тейеш;

- cоциаль видеоролик (7 минуттан ашмаҫҡа тейеш);

- ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы (30 минуттан ашмаҫҡа тейеш);

- ҡыҫҡа метражлы документаль фильм (30 минуттан ашмаҫҡа тейеш);

- КитапТрейлер (5 минутлыҡ);

- Милли медиа (10 минуттан артмаҫҡа тейеш).

Ғаризаны тултырырға -  https://bit.ly/OSKON-2022

Конкурс тураһында Положениеһы - https://vk.com/oskon_video

Финалға сығыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр  һәм эштәрен Башҡортостан кинотеатрҙарында күрһәтеү мөмкинлеге көтә.

Бүләкләү тантанаһы 24-25 мартта Сибай ҡалаһында үтә. Шулай уҡ фестиваль көндәрендә кино һәм видео төшөрөү буйынса педагог-эксперттар менән оҫталыҡ дәрестәре уҙасаҡ. Финалсыларҙың юл һәм йәшәү сығымдарын ойоштороусылар ҡаплаясаҡ.

Автор:
Читайте нас