Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Февраль 2023, 09:50

Кинйә-Абыҙ ауылында фестиваль бара

Ҡышҡы һабантуй тиһәң дә була, уҡтан да аталар, туп та бәрәләр...

Кинйә-Абыҙ ауылында фестиваль бараКинйә-Абыҙ ауылында фестиваль бара
Кинйә-Абыҙ ауылында фестиваль бара

Сараны хатта төбәк-ара тип атағандар, күршеләр - Ырымбур өлкәһе Түбәнге Гөмбәт ауылы кешеләре лә килгән. Уларҙан тыш, Федоровка районы Юлдаш, Күгәрсен районы Бикбулат ауылы халҡы ла балҡып йөрөп ята. Байрам, шулай итеп, киң ҡолас алды ла ҡуйҙы. Кинйә-Абыҙ ауылында фестиваль бара. Ҡышҡы һабантуй тиһәң дә була, уҡтан да аталар, туп та бәрәләр - "Айыҡ ауыл" конкурсында еңәм тиһәң, нимә генә эшләмәҫһең.

- Айыҡ тигән һүҙ плакаттарҙа ғына ҡалмаһын ине, -тине Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов, ул яңы ғына Донбасс яҡтарында, машинаның руле артына үҙе ултырып йөрөп ҡайтты, шулай ҙа йөҙө йонсоу күренмәй.

- Еңергә булһын. - Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, район Советы рәйесе Фәнит Моратбаҡыев та кинйәләрҙе ҡеүәтләне, - Яҡут ауылы урын алды, Яҡшымбәт тә алды, сират - һеҙҙә. 

Яҡут менән Яҡшымбәт, әйткәндәй, буш ҡулдарын һелтәп килмәгән, ауыл башлыҡтары Асҡар Кинжәлиев менән Юнир Сынбулатов береһе торт тотҡан, икенсеһе - бәлеш. Янда ғына ҡаҙан ҡайнап ултыра, үткән-һүткәндә, үҙең дә һиҙмәҫтән, танау шул яҡҡа борола, унда һарыҡ бешә... 

#ҡоролтай #айыҡауыл2022 #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #Айыкауыл #ТрезвоеСело2022 #куюргазинскийрайон #КинйәАбыҙ

Дим Ильясов.

Сығанаҡ: "Юшатыр"

Автор:
Читайте нас