Шоңҡар
+2 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Февраля 2023, 11:16

Радий Хәбиров Төркиәнән ҡайтҡан ҡотҡарыусыларҙы ҡаршы алды

"Һеҙҙең миссияғыҙ ауыр булды, һәм һеҙ уны намыҫ менән үтәнегеҙ". 

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Төркиәнән ҡайтҡан ҡотҡарыусыларҙы ҡаршы алдыРадий Хәбиров Төркиәнән ҡайтҡан ҡотҡарыусыларҙы ҡаршы алды
Радий Хәбиров Төркиәнән ҡайтҡан ҡотҡарыусыларҙы ҡаршы алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотҡарыусы ирекмән-ҡотҡарыусылар менән Өфөнөң Совет майҙанында осрашты. Төбәк етәксеһе ирекмәндәргә эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Барығыҙға ла эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм! Һеҙҙең миссияғыҙ ауыр булды, һәм һеҙ уны намыҫ менән үтәнегеҙ. Шуныһы мөһим: һеҙ алты кешене, шул иҫәптән ике баланы ҡотҡарҙығыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Төркиә яғы ла һеҙгә ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт белдерә. Ауыр минутта беҙ ярҙамға килдек - был халҡыбыҙға хас һыҙат. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәре Денис Ғәбдрәхимов республика етәкселегенә осошто ойоштороуҙа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Был ҡот осҡос фажиғә булғас, коллегаларыбыҙ менән бер тауыштан төрөк халҡына ярҙам итергә хәл иттек. Ҡотҡарылған ғүмерҙәр - командабыҙҙың эш һөҙөмтәһе ул. Беҙгә һәр яҡлап ярҙам күрһәткән Радий Хәбировҡа, Төркиәләге Башҡортостан вәкилдәренә рәхмәтемде белдерәм, - тине Денис Ғәбдрәхимов. - Кире ҡайтыуҙы түҙемлек менән көткән ғаиләләребеҙгә лә ҙур рәхмәт.

Автор:
Читайте нас