+21 °С
Болотло


25-26 февралдә баш ҡалала мунса фестивале ойошторола. Өфө хакимиәтенән белдереүҙәренсә, Ағиҙел яры буйында күргәҙмә ҡуйыла. Унда тәгәрмәсле һәм буралған мунсалар, модулле йорттар күрергә була, шулай уҡ самауырҙан үлән сәйе тәмләп ҡарарға мөмкин. Сабыныу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелә, теләгән һәр кем мунса инеп һалҡын һыуҙа ҡойона аласаҡ. “МунсаФест” – баш ҡаланың ваҡиғалы туризм һәм бренд сараларының береһе программаһына индерелер тип көтөлә.
https://bash.news/bash/news/194944-efele-fevral-azagy-ece-bulmaksy