

Минималь эш хаҡы күләме артасаҡ. Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн, 21 февралдә, Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә ошо хаҡта белдерҙе. Рәсәй Хөкүмәте һәм төбәктәр алдына Рәсәйҙә хеҙмәт хаҡының һиҙелерлек һәм реаль үҫешен тәьмин итеү бурысы ҡуйылды, тип билдәләне дәүләт башлығы. Һәм бында мөһим индикатор - минималь эш хаҡы күләме, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Владимир Путин.
«Уҙған йылда минималь эш хаҡы күләме ике тапҡыр арттырылды. Артабан да хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырырбыҙ. Өҫтәүенә инфляциянан һәм эш хаҡының артыу темптары менән юғарыраҡ. Йыл башынан хеҙмәткә түләүҙең минималь күләме 6,3% индексацияланды. 2024 йылдың 1 ғинуарынан планлаштырылған арттырыуға өҫтәп тағы берҙе - өҫтәмә 10%-ҡа арттырырға тәҡдим итәм. Шулай итеп, минималь эш хаҡы күләме 18,5%-ҡа артып, 19 242 һум була», - тине Владимир Путин.