Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Февраль 2023, 14:23

Хәйбулла районы халҡы һынатманы

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Рөстәм Шәрипов үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙа:

Хәйбулла районы халҡы һынатманыХәйбулла районы халҡы һынатманы
Хәйбулла районы халҡы һынатманы

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының урындағы бүлексәһе секретары Рөстәм Шәрипов үҙенең сәхифәһендә былай тип яҙа:

Көн һайын тиерлек районыбыҙ ауылдарынан яу ҡырындағыларға төрлө ярҙам килеп тора. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уны тәғәйен ергә алып барып еткерергә, йә бер нисек ебәреү яйын табырға тырышабыҙ. Бына бөгөн ил һағында йөрөгән яҡташыбыҙ Тимур Дәүләткилде улы Рәмовтан (урындағы бүлексәнең башҡарма секретары) сәләм хәбәре килеп төштө: «Алтын утта, кеше ауырлыҡта һынала, тигәндәй, Хәйбулла районы халҡы һынатманы. Беҙ райондаштарыбыҙ ебәргән посылкаларҙы алып ҡыуандыҡ. Йылҡы итенән яһалған тушенкаларҙан аштар бешереп ашап, ҡырҡылған туҡмастарынан ауыҙ иткәс, өйгә ҡайтҡандай булдыҡ. Райондаштарым, һеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Беҙгә көс-ҡеүәт бирҙегеҙ! Беҙ имен — һау әйләнеп ҡайтырбыҙ!»

https://vk.com/club207714147?w=wall-207714147_7536

Автор:
Читайте нас