

Башҡортостандың Шайморатов исемендәге ирекле батальоны яугирҙары һуғыш яланында үлемесле хәлдә ҡалған хеҙмәттәштәренә ярҙамға килде.
«Геройҙар ваҡыты» проекты авторҙары, механик-водитель Алмаз Еникеев, тоҫҡаусы-оператор Рөстәм Шәмсетдинов һәм фельдшер Фидрат Ғәбитов һөйләүенсә, яраланған иптәштәрен минометтан һәм снайпер атыуынан хәүефһеҙ зонаға алып сыҡҡандар. Уларҙың ҡаһарманлығы тураһында видеоролик «Башҡортостан батальоны» социаль селтәрҙәрендә баҫылған.
«Хәрби машина экипажының ҡаһарманлығы арҡаһында зыян күреүселәргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеп уларҙы госпиталгә оҙаталар», - тип билдәләне авторҙар.
https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-02-26/shaymuratovtsy-iz-bashkirii-spasli-ranenyh-tovarischey-ot-snayperov-3157092