Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
26 Февраль 2023, 13:12

Яҙыусы Рәшит Сабитов вафат булған

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Яҙыусы Рәшит Сабитов вафат булғанЯҙыусы Рәшит Сабитов вафат булған
Яҙыусы Рәшит Сабитов вафат булған

Рәшит Мәхмүт улы Сабитов 1937 йылдың 27 мартында Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Яңғыҙҡайын ауылында тыуған.

Үҙ ауылында мәктәптә уҡығанда уҡ стена гәзите мөхәррире була: шиғырҙар яҙыу менән бергә, бик оҫта итеп һүрәт тә төшөрә. Бик матур килеп сыға гәзиттәре. Шул уҡ вакытта Рәшит район гәзитенә лә шиғырҙарын, мәктәп тормошонан хәбәрҙәрен ебәреп тора. Бара-тора «Пионер» (хәҙерге «Аманат») журналына ла яҙыштыра. Ул саҡтағы мөхәррире Шәриф Бикҡолдан: «Яҙышып тор, бәйләнеште өҙмә», — тигән эстәлекле хаттар алыу уны ҡанатландыра.

Ауылында мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы ауыл хужалығын механизациялау училищеһендә уҡып, «киң профилле тракторист-машинист» һөнәре ала, хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңғыҙҡайын МТС-нда башлай.

Ҡара диңгеҙ флотында өс йыл хәрби бурысын үтәгәндән һуң, Урта Азия тарафтарына юллана. Унда Бохара ҡалаһы янында нефть эҙләү экспедицияһы идаралығында быраулаусы ярҙамсыһы булып хеҙмәт сынығыуы ала. Аҙаҡ кире Башҡортостанға ҡайта.

1967 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм Ҡырмыҫҡалы районы Һәүәләй урта мәктәбендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эш башлай. Әммә уны ижад тарта. 1968 йылдан Өфөгә «Ҡыҙыл таң» гәзитенә эшкә килә. Артабанғы тормошо матбуғат баҫмалары менән бәйле.

1975 йылдан «Пионер» журналына әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1979—1988 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәте мөхәрирре, 1993—1997 йылдарҙа «Заман-Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәрирре урынбаҫары.

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:
Читайте нас