

Стәрлетамаҡ районы — ауыл хужалығы күрһәткестәре буйынса республикабыҙҙа алдынғыларҙың береһе. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан унда Илдар Буранғоловтың крәҫтиән (фермер) хужалығы машина менән һауыу операторҙары хеҙмәтсәндәрен тәбрикләү тантанаһы үткән. Был хаҡта Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр ителә.
«Мырҙаш ауылы мәҙәниәт йортонда бик матур сара үтте: тыуған ауылы һәм район үҫешенә ҙур өлөш индереүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвера Иманғолова ҡотланы, район хакимиәте һәм Стәрлетамаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы исеменән рәхмәт хаттары, бүләктәр тапшырҙы. Уңған һауынсыларҙың эш күрһәткестәре юғары: һәр һыйырҙан улар 8725 центнер һөт һауып алған. Был район буйынса иң юғары күрһәткес.
«Буранғолов КФХ-һы» — райондың иң тотороҡло эшләгән, юғары күрһәткестәргә өлгәшкән хужалыҡтарҙың береһе. Илдар Ишбирҙе улының уңған етәкселегендә һуңғы йылдарҙа хужалыҡта мал һаны тотороҡло арта, матди-техник база нығый бара, коллективта социаль мәсьәләләр уңышлы хәл ителә.
Мырҙаш ауылы быйыл «Айыҡ ауыл-2022 » конкурсы ҡатнашыусыһы. Тырышлыҡ булһа, алға аныҡ маҡсаттар ҡуйылһа — барыһына ла өлгәшеп була, тип иҫәпләй мырҙаштар.