

Октябрьский ҡалаһынан саҡырылған «Шах» ҡушаматлы яугир махсус хәрби операция зонаһында Рәсәй ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүе тураһында һөйләне. Яҡташыбыҙ Запорожье йүнәлешендә хәрби бурыстарын үтәй.
"Владимир Владимирович дөрөҫ эшләгән. Мин Рәсәй өсөн!.. Үҙ еребеҙ өсөн аҙаҡҡаса көрәшәсәкбеҙ!", - ти яҡташыбыҙ.
"Шах" Һарытау өлкәһендә хәрби әҙерлек үтеүе, унда атыу, медицина һәм тактик әҙерлек күнекмәләрен камиллаштырыуы хаҡында һөйләне.
Махсус хәрби операцияға барыр алдынан улар туй яһағандар. Хәҙер яратҡан ҡатынына ваҡыт килеп сыҡҡанда, үҙенең тойғолары тураһында һөйләп тора. "Кәләшем улым менән көндө нисек уҙғарыуҙары хаҡында һөйләй, ә мин - окоптарҙы нисек ҡаҙыуҙарыбыҙ хаҡында", - тип уртаҡлашты һалдат.
Ул шулай уҡ Башҡортостандағы яҡындарына һәм Октябрьскийҙағы ҡул һуғышы буйынса тренерға сәләм әйтте. Ул уға Рәсәй ғәскәрҙәре символикаһы төшөрөлгән билдә бүләк иткән.
https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-11/ya-za-rossiyu-za-svoyu-zemlyu-budem-borotsya-do-kontsa-mobilizovannyy-iz-bashkirii-3173453