+4 °С
Болотло
Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Башҡортостан батальоны ирекмәндәре дошмандың ике диверсион төркөмөн юҡ иткән. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан батальондарының телеграмма-каналынан билдәле булыуынса, хәрби бурыстарҙы үтәгән ваҡытта сержант Айтуған Әбсәләмов, өлкән сержант Булат Шәңгәрәев һәм сержант Арыҫлан Айытҡоловтан торған төркөм төнгө күреү приборы ярҙамында 17 кешенән торған төркөм тапҡан. Был дошмандың диверсанттары һәм разведчиктары булған. Беҙҙең яугирҙар рота командирына дошмандарҙың килеүе тураһында хәбәр итә һәм команда буйынса ут аса.Бынан тыш, Арыҫлан Айытҡолов ҡатнашлығында 8 кешенән торған дошмандың тағы ла бер диверсион-разведка төркөмөн юҡ иткәндәр.