Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Йәмғиәт
19 Март 2023, 06:01

Урал аръяғы эшҡыуарҙары Шайморатов исемендәге батальонға 30 кубометр таҡта оҙатты

"Гуманитар йөк Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға ебәрелә."

Урал аръяғы эшҡыуарҙары Шайморатов исемендәге батальонға 30 кубометр таҡта оҙаттыУрал аръяғы эшҡыуарҙары Шайморатов исемендәге батальонға 30 кубометр таҡта оҙатты
Урал аръяғы эшҡыуарҙары Шайморатов исемендәге батальонға 30 кубометр таҡта оҙатты

Бөгөн, 19 мартта, Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөк оҙатылды. Уны урындағы эшҡыуарҙар менән берлектә Урал аръяғының Ижтимағи башланғыстар союзы әҙерләгән.

Урал аръяғының Йәмәғәт башланғыстары союзы рәйесе Радик Бакиров «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәлә гуманитар йөктө әҙерләүҙә эшҡыуарҙар Арыҫлан Байрамғолов, Илсур Нәбиуллин һәм Руслан Таһиров, шулай уҡ «Риадент» стоматология клиникаһы директоры Айнур Исҡужин ҡатнашыуы хаҡында хәбәр итте. Улар Сибайҙа башҡорт яугирҙәре өсөн 30 кубометр ағас-таҡта һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр әҙерләгән.

"Ҙур партия таҡталар оҙатабыҙ. Заявканы махсус хәрби операция зонаһы яугирҙарынан алдыҡ. Гуманитар йөк Рәсәй геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальонға ебәрелә. Бынан тыш, хәрбиҙәргә күсмә мунса, һыуытҡыс, яғыулыҡ-майлау материалдары  алып барасаҡтар. Урал аръяғының өс  эре  эшҡыуары ярты миллион һумға яҡын гуманитар йөк йыйған. Фура бөгөн көн уртаһында юлға сыға, беҙ уны үҙебеҙ оҙатып ебәрәсәкбеҙ", - тине Радик Бакиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-03-19/predprinimateli-zauralya-otpravili-v-batalon-imeni-shaymuratova-v-zonu-svo-30-kubov-dosok-3182674

Автор:
Читайте нас